Өфөлә "төрлө төҫтәге өмәләр" экологик проекты башланды. Күләмле сара ғаилә һәм ирекмәндәр йылына арналған. Бөгөн ҡаланың барлыҡ урам-ихаталары сүп-сарҙан, ҡалған ҡарҙан таҙартылды. Экологик акцияға ойошма вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр, ирекмәндәр дәррәү ҡушылды.
Иртәнге сәғәттәрҙән Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы алды шау-гөр килә. Уҡыусылар ручка-ҡәләм урынына ҡулдарына көрәк, тырма, һепертке алған. Егеттәр ҡар ташлаһа, ҡыҙҙар сүп-сар йыя. Дәрестәрҙән тыш күләмле өмәләр белем усағында ике-өс аҙна элек үк башланған.
Саф һауала ҡыҙҙар-егеттәр эшләп кенә ҡалмай, бергәләп күңелле ял итергә лә өлгөрә. Мәктәп етәкселеге әйтеүенсә, даими өмәләр уҡыусыларҙа хеҙмәткә һөйөү уята. "Матур ҡала" акцияһынан тыш гимназия йылдағыса төрлө ҡағыҙҙар йыйыу сараһын ойошторорға ниәтләй.
Шәмбе өмәһендә ҡулдарына тырма-һепертке тотҡан кешеләрҙе аҙым һайын осратырға мөмкин ине. Ғафури урамында иһә яҙғы экологик өмә миҙгел һайын матур йолаға әйләнә. Бер ихата алды һабантуй майҙанын хәтерләтә. Күптәр өмәгә ғаиләләре менән сыҡҡан. Иң йәш ҡатнашыусыға ни бары дүрт йәш.
Ихата алды көндөҙгө сәғәттәрҙә үк сүп-сарҙан таҙартылды. Быйылғы өмәгә фатир хужалары дәррәү ҡушылған, сөнки халыҡты хеҙмәткә йәлеп итеү эше бер-ике ай алдан башланған. Шулай ҙа саранан ситтә ҡалыусылар ҙа юҡ түгел. Ә акцияла ҡатнашыусылар өмәләрҙе даими үткәрергә, был эшкә яуаплы ҡарарға саҡыра.
Ҡариҙел буйындағы өмәлә ике йөҙләп кеше ҡатнашты. Фатир хужалары, уҡыусылар, төрлө ойошма вәкилдәре. Акцияла ҡатнашыусылар ҡыҙыл төҫтән кейенеп килгән. Улар өсөн ойоштороусылар махсус бүләктәр әҙерләгән.
"Төрлө төҫтәге өмәләр" проекты 26 майға тиклем дауам итә, ул хәйриә акцияһы ла булып тора. Ҡалдыҡтарҙы төрҙәргә бүлеп йыйыуҙан һәм уларҙы эшкәртеүҙән килгән аҡса сирле балаларҙы реабилитациялауға йүнәлтелә.




