Йылдағыса, көтмәгәндә, яҙ еткәс оло һыу килде

Быйыл да ташҡын булмай тинек. Ышанмаҫлыҡ та түгел шул, сөнки ҡар ысынлап та, юҡ кимәлдә булды. Ҡайҙан йыйылһын инде шул тиклем һыу? Ә бәлә тап шул ҡарҙың юҡлығында булып сыҡты ла инде. Япмаһыҙ ҡалған ер таш булып туңды. Һөҙөмтәлә ҡар һыуҙары һеңә алмай даръялай йәйелде. Һыу тишек таба тигәндәй, гөрләүектәр генә булып баш алған йылғалар урамдарға, ихаталарға, йорттарға тулды.

Ярай ҙа ҡотҡарыусылар быйыл бер үк тырмаға баҫманы. Былтыр һыу ҡоторған урындарға улар хәбәрселәрҙән һуң барһалар, быйыл киреһенсә, ташҡын ҡурҡынысы янаған ерҙә кисекмәҫтән иҫкәртеү саралары күрелде. Боҙҙар шартлатылды, йырындар йырылды. Шулай ҙа ... Зыян бар оло һыуҙан. Был аҙнала оло бәлә килтергән ташҡын һыуы тураһында БСТ каналының яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримованың репортажында ҡарағыҙ.