Күп ҡатлы йортта хостел: законлымы юҡмы?

Хостел һүҙе беҙҙең ҡулланышҡа күптән түгел генә килеп инде. Тәржемә иткәндә заманса ятаҡ. Ләкин нисек тиҙ арала килеп инһә, шул тиклем үк юҡҡа сығыу ла ихтимал. Торлаҡ фондын артыҡ инвестициялар һалмай ғына бәләкәй ҡунаҡханаларға әйләндереп аҡса эшләй башлаған йүнселдәргә ҡарата талаптар көсәйтелмәксе.

Уның ҡарауы күршеһендә хостел булғандар ҡыуаныр инде. Шау-шыу, тәртипһеҙлек менән өйҙәш йәшәгәндәр ниһәйәт тын алып ҡалырҙар айырым сығып. Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгән закон проекты ла тап айырым сығыуҙы талап итә.

Ваҡытлыса йәшәп тороу урындары халыҡты үҙенең арзан хаҡы менән йәлеп итә. Тәүлегенә карауат урын өсөн - 250 һум ғына. Уңайлыҡтары, әлбиттә, ҡунаҡханаларҙан күпкә ҡайтышыраҡ. Шулай ҙа бер-ике төн уҙғарыу өсөн түҙергә мөмкин. Әлбиттә, бындай урындарҙа, халыҡ ағымы туҡтамай. Күптәре аҡсаһын ҡыҫып, уның ҡарауы, ҡурҡып йәшәй.

Хостелдар ғәҙәттә, күп ҡатлы йорттарҙа урынлаша. Ҡунаҡтар килер ҙә китер, әммә күршеләргә ҡыйынға тура килә.

Халыҡтың аһ-зарын депутаттар ишетте, күрәһең. Күршеләр һәм өйҙәштәр араһында тыуған низағты көйләр өсөн Дәүләт думаһына яңы закон проекты тәҡдим ителде. Документ ваҡытлыса йәшәп тороу урындарында хәүефһеҙлек, санитария ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе талап итә.

“Кеше йәшәгән урында тыныс булырға тейеш. Ә хостелда бардак, тауыш була. Көн һайын, төн һайын кешеләр йөрөй. Был йәһәттән күп ялыуҙар килә”.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рөстәм Мөсәбиров

Закон проекты ғәмәлгә инә ҡалһа, күрше менән килешеп, урында йәшәүселәргә ярарға тырышҡан эшҡыуарҙарҙың бизнесына ябылыу ҡурҡынысы янай. Был эске туризмды бөлгөнлөккә төшөрмәҫме?

“Эске труризмдың үҫешен көткән ваҡытта, беҙҙең шундай ҙур саралар үткән саҡта был законопроектты урынһыҙ, тип уйлайым. Эшләгән кешенең уртаса эш хаҡы билдәле, был закон шундай кешеләргә сәйәхәт итергә ҡаршылыҡ булып тормаһын ине. Беҙҙең халыҡта миллионлы Өфө ҡалаһына килеп бер төн өсөн 2-3 мең һум аҡса түләү мөмкинлеге юҡ. Шуға ла хостелдар кәрәк”.

"Урал батыр" милли туроператоры генераль директоры Кинйә Күскилдин

Өфөлә ваҡытлыса йәшәп тороу урындары иҫәбе ике тиҫтәгә яҡын. Санкт-Петербург ҡалаһында иһә уларҙың ете мең өс йөҙгә яҡыны рәсми теркәлгән. 80 проценты күп ҡатлы йорттарҙа урынлашҡан. Әлбиттә, һорау бар икән, тәҡдим дә була. Сәйәхәтсе Денис Өмөтбаев та илдәр гиҙгәндә, башлыса хостелдарҙа туҡтай.

“Рәсәй ҡалаларында күп осраҡта 3-4 бүлмәле фатирҙа ойошторолған хостелдар осрай. Бындай урындар сәфәр рухы менән тулы түгел. Бындай урындар аҡса яғынан, сығымдарҙы кәметер өсөн уңайлылыр”.

сәйәхәтсе Денис Өмөтбаев

Белгестәр әйтеүенсә, яңы закон проекты туристарҙың ағымын кәметеүгә алып килә. Әммә был яңылыҡ бизнеста төпләнгән эшҡыуарҙарҙы ҡурҡытмай.

“Законопроект көскә инһә, беҙ башҡа урынға күсәсәкбеҙ. Беҙҙең кешеләр бар, халыҡ беҙҙе белә, шуға ла күсеү ҡурҡыныс түгел. 5 йыл буйына буштан-буш эшләмәнек”.

эшҡыуар Данил Ҡолсәйетов

Яңы закон проекты ла хостелдарҙы торлаҡ йорттарҙан айырым асыуҙы талап итә. Ә әлегә ваҡытлыса йәшәп тороу урындары подвалда ла бар.

Ә бына ваҡытлыса йәшәп тороу урындары өсөн подвал рөхсәт ителмәй. Документҡа ярашлы, унда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре теүәл үтәлмәй. Әммә күреүебеҙсә, табыш артынан ҡыуыусылар эшмәкәрлеген һаман да туҡтатмай.

Дәүләт думаһында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫәпкә алыуҙы талап иткән документ 2015 йылдан алып күтәрелә. Әммә быйылғыһы 1 октябрҙән ғәмәлгә инмәксе. Ҡәтғи саралар күреүҙе премьер-министр Дмитрий Медведев үҙе кәрәк тип тапты.

Автор: Фәниә Юланова.