2030 йылға йөҙ һөнәр юҡҡа сыҡасаҡ

Рәсәйҙә рәсми рәүештә стенографист һөнәре юҡҡа сыҡты. Хәҙер машинала баҫыусылар хеҙмәтенә ихтыяж юҡ. Кеше телмәрен ҡағыҙға күсереп барыу судтарҙа талап ителә, әлбиттә, унда сәркәтиптәр протокол алып бара, шулай ҙа мәхкәмә ултырышы ла аудиояҙмаларға күсә бара. Ә бит әле генә бер рәсми сара ла стенографистар һөнәренән тыш үтмәй ине.

Фото №1 - 2030 йылға йөҙ һөнәр юҡҡа сыҡасаҡ

Бер мөйөштә ҡағыҙ араһына копировкалар ҡыҫтырып, күккә буялып, төймәләрҙе шаҡылдатып ултырыусы машинистар, бер хәрефте яңылышһаң бөтә документты яңынан баҫыу хәҙер тарихта ҡала. Балаларға мисәт машинаһын күрһәтһәң хәҙер ни икәнен дә белмәйәсәктәр. Барыһы ла "тимер ҡоршау" асылып илгә компьютерҙар килеп тулғас башланды.

Әйткәндәй, алдағы ун йылда хатта шәфҡәт туташы, юрист һәм маркетологтар һөнәре лә әлеге рәүешендә йәшәй алмаясаҡ. Әгәр инде замансалаштырылмаһа, юҡҡа сығыуы ла бар. Бухгалтер һөнәре шиекелле. Хисапсыларға ла иҫәпләшеү эшенең электрон форматҡа күсә барыуы һөҙөмтәһендә көндән-көн ауырлаша бара. Ғөмүмән, 2030 йылға тиклем йәмғиәттән йөҙ һөнәр юҡҡа сығасаҡ һәм тағы ла ике йөҙ яңы һөнәр барлыҡҡа киләсәк, тиҙәр. Йәштәргә ниндәй һөнәр үҙләштерергә кәрәк һәм кемдәргә яңы эш эҙләй башларға кәңәш ителә? Азат Ғәлиуллин асыҡланы.

Республика йәштәре Баймаҡ ҡыҙын псевдоним менән йөрөтә. Уның фамилияһын күптәр белмәй ҙә тиерлек. Ул дизайнер, стилист, модельер, шулай уҡ үткер ҡәләмле журналист булараҡ та үҫешкән. Заманса әйткәндә, хедхантер. Инглиз теленән "аҡыллы баштарға һунар итеүсе" тип тәржемәләнә. Тик Гүзәлиә һунарға мылтыҡ урынына, ҡәләм менән сыға.

Гүзәлиә Бай: “Үҙемдек киләсәк геройымда күҙҙәре янып тора икән, әгәр ҙә ул ординар булмаған уйҙар менән йәшәй икән, әгәр ҙә ул үҙенә сиктәр ҡуймай икән, мин шул кеше тураһында яҙғым килә башлай. Уның “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһенә инеп ғүмерен ҡарайым, төрлө ваҡыттан яҡшы моменттарын алып бер ҙур статья яһайым. Шуға улар ҡыуаналар ғына, рәхмәт әйтәләр”.

Инжиниринг, нанотехнология, генетика үҫешкән заманда йәшәйеш йылдан-йыл виртуаль ысынбарлыҡҡа сума. Бынан ары беҙ белгән донъя әүәлгесә булмаясаҡ. Официант, һаҡсы, хатта юрист кеүек һөнәрҙәрҙе роботтар алыштырасаҡ. Электромобилдәрҙә йөрөү ҙә ғәҙәти хәл булмаҡсы. Ә һыуытҡыстар үҙҙәре аҙыҡ-түлеккә заказ бирәсәк. Технологияларҙың йылдам үҫеше, ул беҙҙең йәшәү рәүешен үҙгәртеп кенә ҡалмай, хеҙмәт баҙарын да яңыртып, иҫкеләрен тарих биттәренә ҡалдырыуы ихтимал.

Фонарь тоҡандырыусы, ылаусы, телефонист, һал ағыҙыусы... Был юғалған һөнәрҙәрҙең ҡайһы берҙәре генә. Уларҙы хәҙер тик фото, киноларҙан ғына ҡарап-белеп була. ХХ быуат осоронда ғына мәҫәлән, тарихты шаулатҡан бик күп һөнәрҙәр барлыҡҡа килгән. Тик ул саҡтағы абруйлылыҡ бөгөн юғалыу сигендә тора.

Ул бигерәк тә урта махсус белем биреү учреждениеларына ҡағыла. Халыҡ бик үк барырға теләмәй. Шуға ла эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ юғары. Ошоно иҫәпкә алып, төрлө йәлеп итеү саралары уҙғарыла. "Вордлскилс" хәрәкәте шуларҙың береһе. Илнар Муллағәләмов былтыр ил кимәлендә уҙғарылған чемпионатта ҡатнашып алтын миҙал яулаған.

“Әлеге ваҡытта “Ворлдскилс” хәрәкәте бик отошло. Сөнки киләсәк ошо ойошманан тора. Училищелар ҡыҫҡартыла, һөнәрҙәр ҙә юғала. Хәрәкәт, Колледж, ПТУларҙың ҡыҫҡарылыуын туҡтатыр, тип уйлайым”.

Өфө дәүләт авиация-техник университеты магистранты Илнар Муллағәләмов

Практиканан күренеүенсә, юғары уҡыу йортон тамамлаусы белгестәрҙең дә күбеһе үҙ һөнәре буйынса эшләмәй. Башҡа юлды һайлауҙы хуп күрә. Берәүҙәр үҙен профессиональ юҫыҡта табыу өсөн икенсе, өсөнсө юғары уҡыу йорто дипломына эйә була.

“Бөгөнгө көндә универсаль белгес кәрәк. Сөнки заман талаптары үҙгәреп тора, мәғлүмәт күп. Ошо мәғлүмәттәрҙе тиҙ арала эшкәртә, айыра белергә кәрәк. Эш биреүселәр ҙә универнсаль йәштәрҙе талап итә”.

Башҡорт дәүләт университетының студенттарҙы эшкә урынлашырға булышлыҡ итеү үҙәге мөдире Айбулат Хөсәйенов
Башбат

Бынан ары, яңы диплом алып сыҡҡан белгестән стаж түгел, уның универсал булыуы иғтибарға алынасаҡ. Уның ҡарауы, яңы барлыҡҡа киләсәк һөнәрҙәр араһында ҡолаҡҡа ятмауынан бигерәк, тел әйләнмәгән һөнәрҙәр күп. Парик эшләүсе постижер, страховка хеҙмәткәре андеррайтер, төрлө һорауҙарға асыҡлыҡ индереүсе лайф-коуч һәм башҡалар... Сығарылыш синыф уҡыусыларына ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорауҙан алда, ниндәй һөнәр эйәһе перспективалы икәнлегенә иғтибар итеү кәрәктер?! Быға тиклем беҙ белгән архитектор киләсәктә виртуаль ысынбарлыҡты төҙөүсеһе, ә ябай менеджер йыһан туризмы белгесе булмаҡсы. Бынан тыш, биоинженер, пилотһыҙ осоусы аппарат операторы, ҡала фермеры ла ҡалышмай. Барыһы ла 2025 йылдарға тиклем тормошҡа ашасаҡ һөнәрҙәр.

3Д принтерының тарих баҫыуы. Ябай һүрәт, йә фото ла түгел, ә ысын материал етештерә. Уның авторы Илдар Ғатауллин. Ул 3Д кейеме дизайнеры тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Илдар республикала тәүгеләрҙән булып башҡорт милли костюмын заман технологияһы буйынса тергеҙгән замандаштарыбыҙҙың береһе. Үткәндәрҙән бер ҙә айырылмай тип әйтергә мөмкин. Бары тик көмөштән түгел, пластмасстан ҡойолған.

Илдар Ғатауллин: “Был машиналар биш йыл элек барлыҡҡа килде. Беҙ ҡулланған принтерҙар Рәсәйҙә етештерелә. Ҡытай, Төркиә менән конкурент була алабыҙ”.

Һуңғы йылдарҙа кешелектең әле бер, әле икенсе тармағында асыштар яһала. Архитектор, дизайнер, инженер һөнәрҙәренең эше лә көндән-көн күҙгә ташлана. Бейек ҡатлы йорттарҙың, геомеотрик фигураларға тап килмәгән объекттарҙың ҡалҡыуы тап уларҙың хеҙмәте. Тәбиғәт шарттарының үҙгәреүе, кешеләрҙең һаулығы ҡаҡшау ҙа яңы һөнәрҙәргә юл аса.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ