Ун йылдан һуң шәхси баҡсаларҙа картуф сәсмәйәсәктәр. Ихтыяжды тулыһынса эре хужалыҡтар ҡаплаясаҡ, тине бер билдәле генә агроном. Йәнәһе лә, картуф баҡсалары урынына йәм-йәшел газон буласаҡ, ә предприятиелар йәшелсә- емештәрҙе күпләп үҫтергәс улар шул тиклем арзан торасаҡ, хатта һатып алыу үҙең тәрбиәләүгә ҡарағанда ла отошлораҡ буласаҡ.
Әммә иҡтисади көрсөк тигән нәмә йәшелсә баҡсаһында үлән үҫтереүҙе яратмай шул. Был һөйләшеүгә лә ун йыл күптән үтте. Халыҡ арзанға картуф һатып алыу ғына түгел, киреһенсә, быға тиклем газонда ял итеүселәр ҙә сиҙәмде күтәреп ниҙер сәсә башланы. Ә инде баҡсаһы булмағандар Мысырҙан килтерелгәнен һатып алып ашай. Ҡомлоҡта, дымһыҙ ерҙә үҫтерелгәнен. Уларҙыҡы арзаныраҡ, таҙараҡ та.
Хәйер, беҙҙең агрономдар ҙа хәлде ҡырҡа үҙгәртергә вәғәҙә итә. Башҡортостан белгестәре барлыҡ билгеле вирустарға ҡаршы тора алған картуф төрө сығарған. Зарарлы сирҙәрҙең теше үтмәҫлек булғас, икенсе икмәкте ашарға беҙҙең теш үтерме? Илдар Байбулатов ҡыҙыҡһынды .
Уңған хужабикәләр картуфтан ниндәй генә төр ризыҡ бешермәй, халҡыбыҙҙың милли аш-һыуҙарында ла ул күпләп ҡуланыла. Бәлки, тап шуның өсөн дә Хоҙай икмәк менән картуфтан айырмаһын, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Бигерәк тә аслы-туҡлы замандарҙы күргән оло быуын вәкилдәренән. Әммә һуңғы йылдарҙа картуф уңышының кәмей барыуы барыбыҙҙы ла борсоуға һала. Ҡайһы берәүҙәр хатта, яҙҙан ултыртып ҡалдырылған тиклем дә уңыш йыйып ала алмай, булһа ла бик ваҡ. Шуға ла ер эшенән биҙгән кешеләр икенсе икмәкте һатып алыуҙы хуп күрә.
Уңыштың кәмей барыуын белгестәр картуф сирҙәренең таралыуы менән аңлата. Ауырыу тыуҙырыусы бактериялар, бәшмәк һәм вирустар бәрәңгенең һабағында, тамырында үрсеп, үҫемлеккә ҙур зыян килтерә. Ошо сәбәпле хужалыҡтар гектарынан 150 центнерға тиклем уңыш алып еткермәй. Ә ҡайһы бер осраҡта картуф үҫентеһенең бөтөнләй юҡҡа сығыуы ихтимал. Шуға ла бер нисә йыл элек республикала вирусһыҙ картуф үҫтереүгә тотондолар.
Был эш менән бөгөн Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы хеҙмәткәрҙәре әүҙем шөғөлләнә. Улар шытымды бәләкәй бүлбеләргә тиклем еткереп хужалыҡтарҙы вирусһыҙ орлоҡтар менән тәьмин итә. Яңы сорттарҙы клонлаштырыу өсөн лаборатория хеҙмәткәрҙәре барлыҡ технологияларҙы ла теүәл үтәй. Беҙҙең тәбиғәт-климат шарттарына яраҡлаштырылған йәшелсә киләсәктә мул уңыш алырға мөмкинлек бирә, ти улар.
Әммә ни өсөндөр республиканың башҡа хужалыҡтары Өфөләге үҙәк менән хеҙмәттәшлек итергә ашыҡмай. Улар һаман да байтаҡ сығымдар түгеп сит илдәрҙән килтерелгән элиталы орлоҡтарына өҫтөнлөк бирә. Әммә ҡиммәтле тауар һәр ваҡыт яҡшы була тигәнде аңлатмай. Был һүҙҙәрҙең хаҡ булыуын былтыр бойондороҡоһоҙ тикшереү һөҙөмтәләре лә асыҡ күрһәткән.
Башҡортостанда сауҙаға сығарылған картуфтың ни бары 20 проценты республикала үҫтерелә, ҡалғаны ситтән килтерелә. Бер үк ваҡытта үҙебеҙҙә йәшелсәне күпләп сәсеп баҙарға сығарырға теләүселәр етерлек. Әммә мул уңыш алыуҙан тыш, уны һаҡлай ҙа белергә кәрәк. Был йәһәттән Күгәрсен районындағы Тәүәкән хужалығы байтаҡ тәжрибә туплап өлгөргән. Улар быйыл вирустары булмаған Амур сортын да үҫтереп ҡарарға йыйына.
Картуфтың уңышына ҡоротҡостар ҙа кире йоғонто яһай. Шулай ҙа бер нисә йыл элек Өфө ғалимдары колорадо ҡуңыҙына ҡаршы көрәш алымы уйлап тапты. Бактериялар менән байытылған шыйыҡсаны картуфҡа һибеп сыҡҡандан һуң ҡоротҡостан уны ашауҙан туҡтай. Ә инде аппетитын тыя алмағандарға тәмле аҙыҡ менән бергә микроорганизмдар ҙа инә. Ғалимдар уйлап сығарған биодиверсанттар ҡорттарҙың үҙҙәрен эстән ашай башлай.
Былтыр республиканың барлыҡ төр хужалыҡтары 90 мең гектар самаһы майҙанда картуф үҫтергән. Әммә уңыштың 9,3 процентҡа кәмеүе күҙәтелгән. Күрһәткестең насарайыуына картуф ауырыуҙары менән бергә һауа торошо ла кире йоғонто яһаған. Белгестәр яҡшы уңышҡа өмөт итеү өсөн тейешле технологияларҙы теүәл үтәргә саҡыра. Бигерәк тә орлоҡтарҙы даими яңыртып торорға кәрәк.




