М. Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыусылар өсөн рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханының һынау имтиханы ойошторола. Сара 19 апрель 15.00 сәғәттә үтә.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, имтихан,бар талаптарҙы күҙ уңында тотоп, ойоштороласаҡ. Уҡыусылар имтихан эштәре аласаҡ. Һынауҙан һуң, контроль материалдарҙы тикшереү, хаталар өҫтөндә эшләү мөмкин. Уҡыусыларға был сарала ҡатнашыу белем кимәлен һынап ҡарарға мөмкинлек бирәсәк, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары белгестәренән консультация аласаҡтар.
Имтихан Октябрь революцияһы урамы, 3а адресы буйынса уҙасаҡ. Ҡатнашыу өсөн kafedralit@gmail.com почтаһы аша йәки 8-937-842-52-17, + (347)273-38-81 телефон һандары буйынса яҙылыу мөһим.




