Закондарҙы тормошҡа ашырыу буйынса прокуратура хеҙмәткәрҙәре тикшереү ойоштора. Закон буйынса, йыл һайын урындағы үҙидаралыҡ органдары юлдарҙағы хәүефле урындарҙы билдәләп, уның теҙмәһен раҫларға тейеш.
Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы хәбәр итеүенсә, сара юл-транспорт ваҡиғаларын кисектереү өсөн мөһим. Тик Стәрлетамаҡта был акт раҫланмай. Хакимиәт башлығына шелтә бирәләр.
Прокуратура тикшереүенән һуң, урында хәүефле участкалар теҙмәһен раҫлайҙар. Шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғалары сәбәптәренән кисектереүгә йүнәлтелгән тәү саралар планы ҡарала.




