Өфөлә 17 апрель көнө традицияға ингән юлламалар йәрминкәһе уҙасаҡ. Сараны республиканың профсоюздар Федерацияһы ойоштора.
Йәрминкәлә туристик компаниялар, шифаханалар, лагерҙар ҡатнашасаҡ, тип хәбәр итәләр Өфө ҡала хакимиәтенән. Сара барышында ата-әсәләр һәм ойошма вәкилдәре балалар ялы хаҡында мәғлүмәт аласаҡ, шулай уҡ хаҡтарҙы сағыштырып, ташлама менән юллама алырға мөмкин буласаҡ.
Бер көн ял итеү хаҡы лагерҙа -808 һум, ә шифаханала - 938 һум тәшкил итә. Сара 11:00 сәғәттә Киров урамы, 1 адресы буйынса үтәсәк.




