Төбәктә 21 апрелдан 21 майға тиклем Бөтә Рәсәй экологик өмә ойоштороласаҡ. Сарала 2,5 миллион ирекмән, шулай уҡ ойошма вәкилдәре һәм тәбиғәткә битараф булмаған кешеләр ҡатнашасаҡтар.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, экологик сара Мәскәү парктарының береһендә старт ала. Ай дауамында меңгә яҡын өмә ойоштороу ҡаралған. Ирекмәндәр ҡаланы сүп-сарҙан таҙартасаҡ. Билдәләп үтергә кәрәк, һуңғы дүрт йылда экологик өмәлә 6,5 миллион кеше ҡатнашҡан.
Экологик өмәлә ҡатнашыу өсөн алдан теркәлеү үтер кәрәк.




