Өфөнөң Калинин районында ваҡытлыса һыу биреү туҡтатыла

17 һәм 18 апрель көндәрендә Өфөнөң Калинин районында ваҡытлыса һыу биреү туҡтатыласаҡ.

Фото №1 - Өфөнөң Калинин районында ваҡытлыса һыу биреү туҡтатыла

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Фронтташ Әхирәттәр урамы 32а, 34а, 36а, шулай уҡ Т. Йәнәби урамы, 4-се һанлы йорттарҙа иртәнге ундан киске сәғәт һигеҙгә тиклем һыу биреү туҡтатыла.

18 апрель көнө иһә Беренсе Май урамы, 76/1, 80 адрестары буйынса һыу булмаясаҡ. Урында йәшәүселәрҙең был хәлгә аңлы рәүештә ҡарауҙары һорала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ