Республикала янғын һөҙөмтәһендә бер ирҙең ғүмере өҙөлә

Белорет районында ағас йортта сыҡҡан янғын бер ирҙең ғүмерен ала.

Фото №1 - Республикала янғын һөҙөмтәһендә бер ирҙең ғүмере өҙөлә

Ғәҙәттән тыш хәл 15 апрель көнө теркәлә. Янғын һүндереүселәр килгән ваҡытҡа, “ҡыҙыл әтәс” торлаҡ йортҡа һәм кәртә-ҡураға тоҡанып өлгөргән була. Һөҙөмтәлә, йорт зыян күрә һәм ишек алдында урынлашҡан өс һарай, мунса янып юҡҡа сыға. (к3)

Фото №2 - Республикала янғын һөҙөмтәһендә бер ирҙең ғүмере өҙөлә

Ваҡиға урынында бер ирҙең кәүҙәһе табыла. Фаразланыуынса, янғын мейестән сығыуы ихтимал.

Фото №3 - Республикала янғын һөҙөмтәһендә бер ирҙең ғүмере өҙөлә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ