Республикала сабыйын үлтереүҙә ғәйепләнеүсе ҡатынды хөкүм эскәмйәһе көтә

Башҡортостанда 34 йәшлек ҡатын суд ҡаршыһына баҫасаҡ. Уны сабыйын үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Яңы тыуған баланың кәүҙәһен 2012 йылдың апрель айында табалар.

Сабыйҙың донъяға килеү һәм үлем урыны булып урман була. Сабый донъяға килгәс тә, әсәһе уны таҫтамалға урап,ҡумтаға урынлаштыра һәм пакет эсенә тыға. Кескәй йән эйәһенең ҡотолоу мөмкинлеге булмай.

Ҡанһыҙ енәйәт ҡылған ҡатынды бер нисә йыл дауамында эҙләйҙәр. Уның эҙенә төшкәнсе, белгестәр иллегә яҡын шаһиттан һорау ала, ике йөҙгә яҡын ҡатынды тикшерә.

Балаһын үлтереүҙә сит ҡалаға аҡса эшләргә киткән, сығышы менән Туймазы районан булған ҡатынды ғәйепләйҙәр. Ул үҙ ғәйебен танымай, һорау алыуҙан баш тарта һәм үҙ дәлилдәрен дә күрһәтә. Шулай ҙа тикшереү комитеты был эштең осона сыға.

Үҙ сабыйын үлтереүҙә ғәйепләнгән ҡатынға енәйәт эше ҡуҙғатылған. Эш судҡа тапшырылған.