Башҡортостанда «Пристань» рестораны биләмәһендә теркәлгән ғәҙәттән тыш ваҡиғанан һуң, ҡоҙоҡтарҙа, траншеяларҙа һәм соҡорҙарҙа эшләү ваҡытында хәүефһеҙлек сараларын көсәйтәсәктәр. Был турала бөгөн, 16 апрель, төбәк Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә билдәле булды.
Алдағы көндәрҙә Башҡортостан Юлдаш телеканалы хәбәр итеүенсә, уҙған йома көндө, 13 апрель, метан менән ағыуланыу һөҙөмтәһендә ресторанда эшләүсе биш кеше һәләк булды. Бер хеҙмәткәр ҡоҙоҡҡа төшкән була, ҡалғандары- уға ярҙамға ташланған.
Киләсәктә бындай хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында, республиканың Премьер-министры тейешле органдарҙы был йүнәлеш буйынса профилактик саралар ойоштороуға саҡырҙы.




