Уҙған ял көнөндә,15 апрелдә, Ямалда «НЕФАЗ» һәм МАЗ автомашиналары ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Һөҙөмтәлә, 17 кеше зыян күрә, тип хәбәр итә ЯНАО-ның Эске эштәр бүлеге идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Эске эштәр бүлегенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, Яңы Уренгой-Ямбург юлында 45 йәшлек «Нефаз» водителе транспорт менән идара итә алмау һөҙөмтәһендә , ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм МАЗ автомобиле менән бәрелешә.
Ваҡиға урынына килеп еткән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ике берәмек махсус техника ярҙамында, ергә түгелгән еңел ҡабыныусы шыйыҡсаны таҙалаған. Бынан тыш, авария урынына «Ямал» авиакомпанияһының санитар авиация вертолеты һәм тиҙ ярҙам машиналары йүнәлтелә.
Хәбәр итеүҙәренсә, «Нефаз» автобусы «Газпром подземремонт Уренгой» ЯСЙ-һы эшселәрен алып китеп барған. Ә МАЗ транспорты «Газпром добыча Уренгой» ойошмаһына ҡарай.





