Социаль рекламалар конкурсына эштәр ҡабул итеү дауам итә. Сарала 6-11 синыф уҡыусылары ҡатнаша ала.
Өфө ҡала хакимиәте билдәләүенсә, социаль плакаттар һәм видеояҙмалар ҡабул ителә. Социаль реклама-ул уҡыусыларҙы борсоған социаль проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелгән мәғлүмәт.
Конкурс Балаларҙы яҡлау көнөнә арнала. Социаль рекламала «Тыуған йорт йылыһы», «Балалар һәм ата-әсәләр», «Йәшәргә хоҡуғым бар!», «Ғаилә- дәүләт тотҡаһы» кеүек темаларҙы яҡтыртырға мөмкин.




