Сирена иртәнге 11 сәғәттә 30 секундҡа ҡабыҙылды. Хәүеф янаған осраҡта тревога сигналы һәр биш минут һайын бирелә. Ул шулай уҡ репродуктор урынлаштырылған предприятиеларҙа ла эшләйәсәк.
Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында урындағы телеканал, радиоалғыстарҙы ҡабыҙыу талап ителә. Көтөлмәгән сирена тауышын халыҡ тыныс ҡабул итте.




