Интернетҡа һалынған видеояҙманан күренеүенсә, "Тойота" автомобиле водителе ҡаршыға килеүсе транспорт сараһына юл бирмәй һулға боролорға теләй. Әммә ошо ваҡытта уға юғары тиҙлектә килеүсе "Лада Калина" бәрелә.
Авария һөҙөмтәһендә, Рәсәй автомобилендә ултырған 1 йәшлек ҡыҙ менән 3 йәшлек малай дауаханаға оҙатыла. Айырыуса бәләкәс сабыйҙың хәле ауыр була. Әммә табиптар уның ғүмере өсөн бер сәғәттән ашыу көрәшеүгә ҡарамаҫтан ярҙам итә алмай. Үлемесле аварияға иномарка водителе ғәйепле булыуы ихтимал.
Кисә Учалы районында теркәлгән фәжиғәлә лә ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Кискә ҡарай "Daewoo Nexia" автомобиленең 41 йәшлек водителе боролошта идара итеү һәләтен юғалтып юлдан төшөп китә. Һөҙөмтәлә ул ағасҡа килеп бәрелә. Ҡот осҡос аварияла транспорт хужаһы һәм уның 46 йәшлек пассажиры ваҡиға урынында һәләк була. Ике осраҡ буйынса ла тикшереү башланған.




