Яҙғы баҫыу эштәре

Күгәрсен районының "Тәүәкән" ауыл хужалығы республикала тәүгеләрҙән булып баҫыу эштәренә тотондо

Фото №1 - Яҙғы баҫыу эштәре

Иң тәүҙә белгестәр ужым баҫыуҙарының торошон тикшерҙе. Хужалыҡта бөтәһе дүрт меңдән ашыу майҙанда ужым культуралары иҫәпләнә. Билдәле булыуынса, быйыл ҡар әллә ни яумағанлыҡтан ерҙең өҫкө ҡатламы саманан тыш туңған. Шуға ла майҙандарҙың 15-20 процент самаһын яңынан сәсергә тура киләсәк. Әлеге ваҡытта хужалыҡта яҡшы уңыш алыу өсөн баҫыуҙарҙы минераль һәм органик ашламалар менән эшкәртеү эштәре бара.

“Дым үтмәҫ борон агрегаттарҙы сығарып, көйләп эшләй һалырға кәрәк. Техникабыҙ тиҙ, шәп иртә таңдан төнгә тиклем эштәбеҙ”.

"Тәүәкән "хужалығының баш агрономы Азамат Хисмәтуллин

"Тәүәкән" ауыл хужалығында ужым культуралары менән бер рәттән башҡа йүнәлештә лә эшт әүҙем бара. Сәсеүгә әҙерлек көҙҙән үк башланған. Әммә ер туң булыу арҡаһында сәсеү бер нисә аҙнаға һуңлауы ла мөмкин, ти белгестәр.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ