Тиҙҙән сәсеүгә

Баймаҡ районы хужалыктарында яҙғы баҫыу эштәренә старт бирелде. Ғәҙәттәгесә ул аграрийҙар өсөн дөйөм семинар ойоштороуҙан башланды. Йыл һайын яуаплы кампания алдынан район хужалыҡтарының береһендә ауыл эшсәндәрен йыйып алыу, алда торған бурыстарҙы билдәләү һәм техника паркының әҙерлеген тикшереү төбәктә традицияға һалынған сараларҙың береһе. Теманың дауамы алдағы яҙмала

Фото №1 - Тиҙҙән сәсеүгә

Был юлы семинар Ленин орденлы элекке Йылайыр совхозы биләмәләрендә үтте. Тарҡалған совхоз урынына көслө фермерҙар заманы килде. Әлеге көндә был тарафтарҙа буш торған ерҙәр бөтөнләй юк, ти белгестәр.Совхоз баҫыуҙарында 40- лаған фермер унышлы эшләп йөрөй. Бөгөн улар лизинг, кредит ярҙамы менән дә, кул аҡсаһына ла техника паркын янырта. Күргәҙмәгә куйылған яны техника өлгөләренең икәүһе быйыл үҙҙәрен тәүге тапкыр басыуҙарҙа һынап ҡараясак.

“Һуңғы йылда фермерҙар ныҡ аяҡҡа баҫты. Бөгөн техникабыҙҙы күрһәтергә булдыҡ. Беҙҙең яҡта дымлылыҡ әҙерәк булғас, ике аҙнала бөтә эште тамамларға кәрәк”.

Азат Шәрипов, Баймаҡ районының ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе

Семинарҙын пленар өлөшө Урал арьяғы агросәнәғәт колледжынын Урғаҙа филиалында дауам итте. Был да элекке Йылайыр ауыл хужалығы техникумының базаһы.Уҙған быуатта бында ла студенттар һаны меңләгән йәштәр менән иҫәпләнһә, хәҙер бер курс тултырыу ҙа ауыр. Ләкин артка карап йәшәргә вакыт юк, бөгөн ауыл хужалығы менән бергә белгестәр әҙерләү өлкәһе лә үҙгәрә, талаптар ҙа яңыра ти укыу йорто етәкселеге.

“Технология производства и переработки сельхоз продукции”, тип исемләнгән яңы йүнәлеш астыҡ. Быйыл беренсе сығарылыш була. Беҙҙә уҡып сыҡҡан йәштәрҙең фермер булып эшләп йөрөүҙәре ныҡ ҡыуандыра.

Мөнир Мөхәррәмов, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының урғаҙа филиалы етәксеһе

Баймак районы һуңғы йылдарҙа мул иген унышы алып республиканын ин якшы 5 төбәге исемлегенә инде. Ләкин үҫтерелгән уңышты һатыу проблемаһы йыл дауамында һаҡлана. Шуға ла быйыл отошло культураларға өҫтөнлөк биреү куҙ унында тотола. Мәсәлән етен, майлы үҫемлектәрҙе сәсеп ҡарау, ә нут һәм чечевица, йәғни яҫмык борсак кеүек культураларҙы тәүге тапкыр һынап ҡараясактар.

“Аграр университеты йыл һайын ошондай конференцияларҙа ҡатнаша. Йыл да яңы, инновацион продукт тәҡдим итәбеҙ. Уҡытыусыларға килгәндә, беҙ фәни консультация бирәбеҙ”.

Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Фларид Дәүләтшин
Башбат

Аграрийҙар алдында сәсеү компанияһы кеүек мөһим эштәр тора.Баймак районы көндәр йылыныуын һәм һауа торошоноң тоторокланыуын көтөп кала.

Автор: Гөлдәр Ишбулатова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ