Ниһайәт, көндәр йылына

Республика синоптиктары фаразлауынса, был аҙнала һауа температураһы 13 градусҡа тиклем күтәрелеүе ихтимал. Тәүге өс көндә яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә 2 градусҡа тиклем һалҡын күрһәтһә, көндөҙ 7-13 градус йылы булыр тип күҙаллана. Аҙнаның икенсе яртыһында һауа шарттары бер аҙ үҙгәрә.

Фото №1 - Ниһайәт, көндәр йылына

Башҡортостан гидрометеорология үҙәге бүлеге етәксеһе Гөлназ Заһитова билдәләүенсә, һауа торошо 19 апрелдә үҙгәрә башлаясаҡ. Республикаға циклон килә, шул йәһәттән атмосфера баҫымы түбәнәйәсәк. Урыны менән ямғыр яуыуы көтөлә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ