"Мерседес" мөлкәтһеҙ ҡалдырырмы?!

Һөйгәненә ҡиммәтле кроссовер бүләк иткәндән һуң эш урынынан бушатылған элекке полиция хеҙмәткәре ике автомобиленән, ике ҡатлы йортонан һәм торлаҡ булмаған биналарынан ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал. Прокуратура дөйөм алғанда 40 миллион һумлыҡ мөлкәтте дәүләт килеменә әйләндерергә йыйына.

Фото №1 - "Мерседес" мөлкәтһеҙ ҡалдырырмы?!

Әйткәндәй, күсемһеҙ милектең бер өлөшө Игорь Воробьевтың яҡындарына яҙылған, суд процесында хәҙер улар ҙа яуап биреүсе булараҡ сығыш яһай.

Бөгөн Өфөнөң Орджоникидзе район судында үткән ултырышта Игорь Воробьев үҙе ҡатнашманы. Уның хоҡуҡтарын адвокаты яҡланы. Әйткәндәй, процесс ябыҡ шарттарҙа үтте. Журналистарҙы тик хөкөм ҡарарын тыңларға ғына саҡырасаҡтар.

Суд ултырышы яҡынса өс сәғәт дауам итте. Шаһит булараҡ Игорь Воробьевтың элекке хеҙмәттәштәре, иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны. Әйткәндәй, прокуратура яуап биреүсенең ҡатынын да субсидиар яуаплылыҡҡа тарттырырға йыйына. Билдәле булыуынса, дәүләт килеменә әйләндерелергә тейеш булған ҡиммәтле кроссовер һатылған.

Прокуратура дәлилдәренә ярашлы, элекке хоҡуҡ һаҡсыһы йылына бер миллион тирәһе килем алған, йәғни миллион һумдар менән иҫәпләнгән сит ил автомобилдәре һәм күсемһеҙ милек һатып алыуға финанс мөмкинлеге булмаған. Ҡәйнәһенең яҙылған йорттоң сауҙа хаҡы ғына 30 миллион һум тәшкил итә.

Адвокат Радмир Кашапов: “Яҡтар прокуратураның дәғүәләренә ҡаршы булыуын белдерҙе. Суд процесында яуап биреүсе булараҡ сығыш яһаусыларҙың был хаҡта дәлилдәре иғлан ителде, ни тиһәң дә, Игорь Воробьевтың яҡын кешеләренә ҡараған мөлкәте бер нисек тә уныҡы тип һанала алмай”.

Мөлкәтһеҙ ҡалыу бер, Игорь Воробьев 10 йылға тиклем рәшәткә артына ла эләгеүе ихтимал. Тик быныһы икенсе енәйәт статьяһы буйынса. Тәфтиш комитеты уның былтыр сентябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында вазифа вәкәләттәрен арттырыуына бәйле енәйәт эшен тикшереүҙе тамамлаған. Билдәле булыуынса, элекке полиция хеҙмәткәре законһыҙ уйын эшмәкәрлеген ойоштороусы ирҙән ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт алырға теләп, буйһонған кешеләренә уның ҡулдарын бығауларға ҡуша. Шулай уҡ зыян күреүсегә бер нисә тапҡыр башына һәм тәненә һуға.

Бөгөнгө суд процессына килгәндә, Игорь Воробьев һәм уның яҡындарының дөйөм алғанда 40 миллион һумлыҡ мөлкәте дәүләт ҡарамағына күсеүе мөмкин. Бар бәлә - былтыр ноябрҙә интернет киңлектәрендә таралған видеояҙманан башлана.

Киләһе суд ултырышы 20 апрелгә тәғәйенләнде. Тағы ла ике шаһит саҡырыласаҡ. Шулай уҡ дәүләт мөлкәтенә әйләндерелергә тейеш йорттарҙың береһенә суд экспертизаһы ойоштороу ҡаралған.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ