Унда илебеҙҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән меңгә яҡын йәш ижадсы ҡатнашты. Һынлы сәнғәт, графика, текстиль, автор ҡурсаҡтары, ҡағыҙ һәм пластика, арт-объекттар. Йыл һайын ҡатнашыусыларҙың географияһы ла киңәйә. Быйыл ғына донъяның 177 төбәгенән эштәр күрһәтелгән. 500-ләп балаға махсус дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған.
"Котовасии-2018" халыҡ-ара конкурсында "Бесәй иленең юлбаҫарҙары" коппозицияһы гран-приға лайыҡ булды. Үҙенсәлекле композицияның авторы Михаил Филатов. Владимир Капшук һәм Дмитрий Пучкиндың "Өс моңло бесәй" композицияһы беренсе, Камилла Атанғолова һәм Карина Солтанованың " Мяуцирк" арт-объекты -икенсе, Даръя Волщук һәм Александра Чеботареваның "Галатикаға сәйәхәт" композицияһы өсөнсө урын яулаған. Улар өлгөһөндә ҡаланың билдәле ял итеү урындарында арт-объекттар төҙөләсәк.




