Спортты үҫтереү, уҡыусылар араһында сәләмәт тормошто пропагандалау, көслө баһадирҙарҙы билдәләү маҡсатында ойошторолған бәйгене асыу тантанаһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының "Аҡйондоҙ" халыҡ бейеүҙәре, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамблдәре сығыш яһаны.
Сараны ойоштороусылар һәм саҡырылған ҡунаҡтар батырҙарға еңеү рухы теләне.
Ярышта республиканың төрлө төбәктәренән 11 команда ҡатнашты. Спортсылар 45-тән 80 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмдәрендә көслөләрҙе асыҡланы. Турнир һөҙөмтәләре буйынса, команда беренселегендә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты еңеүгә өлгәште. Дүртөйлө ҡалаһы командаһы менән Өфө күп профилле профессиональ колледжы уҡыусылары призлы урындарҙы бүлеште.




