Республикала көндәр йылытыуға бәйле, ҙур йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелә башланы

Һуңғы тәүлектә Шаҡша эргәһендә Өфө йылғаһы 77 сантиметрға күтәрелеп, 211 сантиметрға еткән. Илеш районы Андреевка ауылы эргәһендә Ағиҙел 46 сантиметрға үҫкән - һыу кимәле 358 сантиметр тәшкил итә.

Фото №1 - Республикала көндәр йылытыуға бәйле, ҙур йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелә башланы

Ә бына Ҡырмыҫҡалы районы Ляхов ауылы эргәһендә аҡҡан Өршәк йылғаһы 107 сантиметрға һайыҡҡан. Ошондай уҡ хәл Ашҡаҙар һәм Йүрүҙән йылғаларында ла күҙәтелә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ