Ҡырмыҫҡалы районы Бекетов ауылында Үҙән йылғаһы ярҙарынан сығып унлаған шәхси йорт һыу эсендә ҡалған. Ҙур һыуҙың ҡасан баҫырын бер кем дә алдан белмәгән. Илдар Һабанғолов ҡына ҡайһы бер йорт йыһаздарын өҫкө ҡатҡа күсереп өлгөргән.
Илдар Һабанғолов һәм уның күрше-тирәһе алты көн дауамында һыу ҡамауында. Өс ҡатлы таш йортто тәҙрә тупһанына тиклем һыу баҫҡан. Аш бүлмәһендәге йорт йыһаздары эштән сыҡҡан. Электр тәьминәте лә өҙөлгән. Әле һыу бер ни тиклем кәмегән. Улар тормош иптәше менән кискеһен Өфөгә таныштарына ҡунырға китә. Ә ауыл кешеләре нигеҙҙәре һыу менән тулған йортта көн итә. Илдар Һабанғолов был ер участкаһын һатып алғанда кадастр картаһында һыу баҫыу ихтималлығы күрһәтелмәгән. Шуға күрә был урында билдән һыу кисеп йәшәрмен тип күҙ алдына ла килтермәгән.
Ут күршеләре Шонгуровтарҙа ла хәлдәр яҡшынан түгел. Йорт хужаһы түшәктә ята, ҡаралтылар бөтәһе лә һыу эсендә. Людмила Шонгурова һаҙ итектәрендә ҡуяндарҙы һәм иҫән ҡалған кәзәләрҙе тәрбиәләй ала. Йорт ҡуяндарын оялары ерҙән бейек булыуы ғына ҡотҡарған. Даръя ай дауамында ярҙарына ҡайтасаҡ, ти, хужалар.
Бекетов ауылының Октябрьская урамында йәшәүселәргә ҙур һыу көтмәгәндә 10-11апрелгә ҡарай төндә килә. Халыҡ мал-тыуарын һәм йорт йыһаздарын хәүефһеҙ ергә күсереп өлгөрмәй. Ҙур һыуҙан Людмила Шонгурованың 10 тауығы, 16 ваҡ малы зыян күрә.
Был ҡалҡыу урында һыу баҫыуҙан ҡотолған өс баш кәзә малы тора. Ветеринар хеҙмәте ашығыс ярҙам күрһәтмәһә былары ла иҫән ҡалмаҫ ине. Ҡазаланған кәзәләрҙең тиҫтәләбе мал зыяратына күмелгән, ҡалғандарын ергә тапшыраһы бар, ти , һыу баҫыуҙан зыян күреүселәр.
Ҡырмыҫҡалы районы Подлубов ауыл хакимәтендә Бекетов ауылында унлап шәхси йортто һәм хужалыҡтарҙы һыу баҫыу хаҡында хәбәрҙарҙар. Ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы халыҡҡа ярҙам итеү мөмкинлеге хәл ителәсәк, тип ышандырҙы.
Үҙән йылғаһының түбәнге өлөшөндә һыу кимәлен контролдә тотоу юлы бар. Уның өсөн ярҙы ике яҡтан да дамба менән нығытырға , юлды күтәрергә кәрәк, ти бында йәшәүселәр. Ә урындағы хакимиәткә ҡондоҙҙар йырған быуаларҙы йығылған ағастарҙан таҙартыу өмәһен ойоштороп, йылға ярын ике яҡтан да дамбалар менән нығытыуға матди сығымдарҙы хәстәрләүҙе хәл итергә ҡала.




