Башҡортостанда ташҡындың икенсе тулҡыны көтөлә. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы етәксеһе билдәләүенсә, быға тиклем 216 йорт алды биләмәләре һәм 24 торлаҡ йорт һыу эсендә ҡалған. Был биләмәләрҙә барлығы 461 кеше йәшәй, шул иҫәптә- 66 бала.
Һыу эсендә ҡалған биләмәләрҙә йәшәүселәр ваҡытлыса йәшәү урындарына күсеүҙән баш тартҡан. Ҡотҡарыусылар тиҫтәнән ашыу муниципаль берәмекте контролдә тотто. Әлеге ваҡытта төрлө урындарҙа ҡырҡҡа яҡын йорт алды биләмәлере һыу эсендә ҡалған.
Фаразланыуынса, тау баштарындағы ҡарҙарҙың ирей башлауы менән ташҡындың икенсе тулҡыны башланасаҡ. Шулай уҡ йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә.




