Юл кәрәк!

Бөрө ҡалаһының Көньяҡ-көнбайыш, Телеүҙәк биҫтәләрендә йәшәүселәр юлһыҙ интегә. Батҡаҡ урамдарҙан урындағыларға ашығыс ярҙам машинаһы һәм башҡа хеҙмәттәр барып етә алмай. Уҡыусыларға мәктәпкә, бәләкәстәргә балалар баҡсаһына йәйәү йөрөү ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Ошондай уҡ мәсьәлә менән Кушнаренко районының Субай ауылынан да беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт иттеләр. Цивилизация ҡайҙа тамамлана?

Фото №1 - Юл кәрәк!

Эшкә ике-өс сәғәт алдан сыҡһалар ҙа, файҙаһыҙ. Батҡаҡҡа әйләнгән юлдан "Нива" менән дә үтерлек түгел. Иң яҡшыһы тимер атты ҡалдырып, артабан йәйәү атлау. Бөрө ҡалаһының Көньяк-көнбайыш биҫтәһендә йәшәүселәрҙе йыл да яҙлы-көҙлө юлһыҙлыҡ мәсьәләһе борсой. Кибеткә, мәктәпкә барыу, хатта күршегә инеп сығыу ҙа улар өсөн ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра.

“Йөрөп булмай, машинанан төшөп булмай, материалдар килтереп булмай, өй төҙөп булмай. Янғын булһа ут һүндереүселәр килеп етә алмай, ашығыс ярҙам да килә алмай”, тип борсола көньяҡ-көнбайыш биҫтәһендә йәшәүсе Илгиз Ҡәйүмов.

Биҫтә бер нисә йыл элек төҙөлә башлай. Ер участкалары башлыса күп балалы ғаиләләргә бүленә. Һыу, газ үткән, яҡтылыҡ бар, тик бына юл ғына иғтибарҙан ситтә ҡалған. Ашығыс ярҙам машинаһы килә алмау, балаларҙың мәктәптә дәрес ҡалдырыу осраҡтары ҡаланың башҡа биҫтәләрендә йәшәүселәргә лә яҡшы таныш. Йәше, ҡарты мәсьәләне күтәреп, урамға сыҡҡан.

“Яҙлы-көҙлө юл юҡ. Балаларҙы балалар баҡсаһына йөрөтөп булмай. Ә мәктәпкә барып ҡайтһалар, көн дә кер йыуырға кәрәк”.

Телеүҙәк биҫтәһендә йәшәүсе Ришат Шакиров

Юлһыҙлыҡ мәсьәләһе буйынса район хакимиәте етәкселеге лә хәбәрҙар. Уны хәл итеүгә әлеге биҫтәләрҙә бер-ике йыл элек газ үткәреү эштәре ҡамасауланы, тип яуапланы улар. Планда биҫтә урамдарына ҡырсынташ түшәү ҡаралған. Әлегә асфальт һалыу тураһында һүҙ бармай, юл мәсьәләләренә аҡса район бюджетынан бүленә.

“Әгәр ҙә бөтә урамдарға асфальт һала башлаһаҡ, был бит ҙур сығымдар талап итә. Ҡалала биҫтәләр һаны ике тиҫтәгә яҡын. Өҫтәмә аҡса булыу менән беҙ быйылдан уҡ бер-ике урамда ремонт эштәрен башларға уйлайбыҙ”.

Бөрө районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илдар Фәсхетдинов
Башбат

Кушнаренко районының Субай ауылы халҡы ла юлһыҙ интегә. Уларҙың цивилизацияһы трассанан 500 метр үткәс тамамлана.

Яҙлы-көҙлө мәктәп автобусы, машиналар ауыл осонда ҡалдырыла. Сөнки батҡаҡ урамдарҙан үтерлек түгел. Юлһыҙлыҡ мәсьәләһенә күнеккән халыҡ резина итек кейеп ауылға йәйәүләп үтә.

Субай ауылында ни бары ике-өс урам. Үтерлек түгел, батҡаҡ. Бигерәк тә яҙлы-көҙлө, ямғырҙан һуң йәйәү йөрөүе ҡыйын. Хаҡлы ялдағылар ашығыс ярҙам машинаһы, табиптар килә алмауына зарлана.

“Беҙ был ауылда утыҙ йыл йәшәйбеҙ. Утыҙ йыл буйына бында килеп өй һалдыҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡас рәхәтләнеп йәшәрбеҙ, тип өмөтләндек. Кәрәк саҡта табиптар ҙа беҙҙе килеп ҡарар, тип уйлағайныҡ. Табиптар килә лә алмай, үҙебеҙ ҙә бара алмайбыҙ. Бына әхирәтем менән икебеҙ ике урамда бысраҡ араһында ятабыҙ”.

Субай ауылында йәшәүсе Лүзә Шакирова

“Утрауҙа кеүек ултырамын. Күршеләргә лә инә алмайым. Бала-саға ла ҡайта алмай”.

Субай ауылында йәшәүсе Зөлфирә Миңлеғәлиева

Юлһыҙлыҡ мәсьәләһе менән Субай халҡы урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итә. Былтыр, ниһайәт, уларҙың аһ-зарын ишетәләр. Юлға ремонт эшләнә. Әммә түшәлгән балсыҡ хәлде, киреһенсә, хәлде ҡатмарлаштыра ғына. Ә әлегә ауылда йәшәүселәр яҡын киләсәктә юл мәсьәләһе көйләнер тигән өмөттә ҡала.

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ