Земфира Байдәүләтова Рәсәйҙең иң һылыу 20 ҡыҙы исемлегенә инде

Уҙған шәмбе "Мисс Рәсәй" Милли конкурсына йомғаҡ яһалды.

"Һылыуҡай - 2017" республика матурлыҡ конкурсы еңеүсеһе, "Bashkirian Beauty" студияһы моделе 50 һылыуҡай араһынан һайлап алынды. Гәүһәр таштарҙан биҙәлгән тажды яулай алмаһа ла, Земфира конкурс сиктәрендә ойошторолған башҡа сараларҙа һынатманы. Яҡташыбыҙ башҡорт милли костюмын илдең иң яҡшы кейем өлгөһө тип танытты. Ә быйылғы конкурс еңеүсеһе исеменә Сыуаш республикаһынан Юлия Полячихина лайыҡ булды.

Автор: Азат Ғәлиуллин.