Мәктәпкә шартлатҡыс һалыныуы хаҡында хәбәр иткән ир ҡулға алына

Нефтекамала мәктәпкә шартлатҡыс һалыныуы тураһында хәбәр иткән ир ҡулға алына. Полиция хеҙмәткәрҙәре телефондан уҡыусы бала түгел, ә ир кешенең шылтыратыуын асыҡлай.

Билдәле булыуынса, полицияға 34 йәшлек ир шылтыратып, белем усағында кәрәкмәгән әйбер ятыуы хаҡында хәбәр итә. Мәктәпте тикшереп сыҡҡандан һуң, мәғлүмәт ысынға тура килмәй. Урында полиция хеҙмәткәрҙәре бер нимә лә тапмай.

Шартлатҡыс һалыуыны хаҡында алдап шылтыратыусыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡулға алыныусы үҙ ғәйебен таныған. Уға биш йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.