Башҡалала юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эштәре дауам итә

Өфөлә юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эштәре дауам итә. Билдәләргә кәрәк, ямау эштәре- ул юлдағыларҙы хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү өсөн ваҡытлыса күрелгән сара. Һауа торошоноң температураһына ҡарап ремонт эштәрендә төрлө технологиялар ҡулланалар.

Өфө ҡала хакимиәте билдәләүенсә, һауа температураһының түбән булған осоронда һалҡын һәм ҡойолған асфальт ҡулланыла. Көндәр йылыныу менән белгестәр асфальт һалыуҙы башҡа технология ярҙамында башҡара. Миҙгел башынан алып 988 тоннаға яҡын асфальт һалынған.

Шулай уҡ иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, урындағылар соҡор-саҡырҙарҙы ремонтлау буйынса интерактив картаны ҡуллана ала. Әле 178 заявка ҡабул ителгән, 481 эш башҡарылған, ун заявка башҡарылыу өҫтөндә.