Өфөлә ҡала исемен һынландырған тағы ла бер арт-объект урынлаштырылды

Октябрь проспектында тағы ла бер башҡала символы урынлаштырылды. Хәрефтәр ҡалабыҙҙың исемен һынландыра. Ҡала исеме өс телдә-урыҫ, башҡорт һәм инглиз телендә яҙылыуы оло ҡыуаныс тыуҙыра.

Фото №1 - Өфөлә ҡала исемен һынландырған тағы ла бер арт-объект урынлаштырылды

Өфө ҡала хакимиәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, хәрефтәр яһалма газон үләненән яһалған. Уларҙың бейеклеге ике метрҙан ашып китә. Арт-объект «Үҫмерҙәр китапханаһы» туҡталышы янында урынлаштырылды.

Киске ваҡытта был хәрефтәр, уның янындағы ағастар гирлянда уттары ярҙамында балҡып торасаҡ. Был маҡсатта 200 метрға яҡын светодиод таҫма сарыф ителгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ