Республикала киптерелгән бейә һөтөн етештерәсәктәр

Тиҙҙән Баймаҡ районында бейә һөтөн киптереү цехы үҙ эшен башлаясаҡ. Тап ошо районда был маҡсатта уникаль цех төҙөлөшө тамамланды, махсус ҡоролма ла урынлаштырылды.

Фото №1 - Республикала киптерелгән бейә һөтөн етештерәсәктәр

Билдәләп үтергә кәрәк, киптерелгән бейә һөтө эсемлектең бар шифалы витамындарын һаҡлаясаҡ. Ҡымыҙ етештереүселәр иһә үҙ продукцияһын цехҡа тапшыра аласаҡ.

«Ҡымыҙ тиҙ әсеп бара. Ә киптерелгән бейә һөтөн беҙ бар илгә тарата алабыҙ, космосҡа ҡәҙәр », - тип хәбәр итте проект етәксеһе Әкрәм Горин.

Проект етәксеһе белдереүенсә, етештереү урынында айырым һауа шарттарын һаҡлау-төп шарттарҙың береһе булып тора.

Әлене ваҡытта Мәскәү дәүләт университеты микробиологтары ҡымыҙ составында булған бактерияларҙы өйрәнеү өҫтөндә эш башлаған. Ғалимдар ҡымыҙҙы халыҡ-ара космик станцияға ебәреүгә мөмкинлек биргән махсус әсеткене өйрәнә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йыл Баймаҡ районында киң билдәлелек яулаған «Ҡымыҙ-брейк» форумы үҙғайны. Сараны республиканың Йәш яҡташтар берлеге Ассоцияцияһы ойошторҙо.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ