Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, был аҙнала һауа торошо бер аҙ үҙгәрәсәк. Республика халҡын 18 апрелдан ямғырлы көндәр көтә.
Алынған мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн, 17 апрель, төбәктә яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ- +7, +12 градус. 18 апрель республиканың көньяҡ-көнбайышында бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел талғын. Төндә температура -3, +2°,көндөҙ +7, +12°.
Шулай уҡ 19 апрель ямғыр яуыуы көтөлә. Ел секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк. Һауа температураһы төндә- 0, +5 градус, көндөҙ +8, +13 градус булыуы ихтимал. .




