Бөгөн Өфө йылғаһында һыу аҫты һунарсылығы менән мауыҡҡан ирҙең кәүҙәһе табылды

Йыл башында боҙ аҫтына киткән ирҙең кәүҙәһенә бөгөн ҡотҡарыусылар юлыҡты. 29 йәшлек Илшат Нурғәлиевты эҙләү сараһы өс айҙан ашыу дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә ирекмәндәр һәм водолаздар йылғаның арҡырыһын-буй күп тапҡырҙар иңләгән. Әммә балыҡсының кәүҙәһе батҡан урындан бер нисә йөҙ метр алыҫлыҡта ғына ятҡан. Теманың дауамы беҙҙең киләһе репортажда.

Моторлы кәмә тауышы иртәнге тынлыҡты яра. Ҡотҡарыусылар бөгөн йыл башында Өфө йылғаһында юғалған балыҡсыны эҙләүҙе тергеҙгән. Әммә күп ваҡыт та үтмәй, эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре иғтибарын ҡыуаҡтарға эләгеп торған билдәһеҙ шәүлә йәлеп итә. Яҡыныраҡ килгән һайын уның үлгән кеше булыуы асыҡлана. Водолаз кейемендә булыуын иҫәпкә алып ҡотҡарыусылар шунда уҡ эҙләгән ирҙең кәүҙәһелер тигән фекергә килә.

“Кисә юғалған балыҡсының туғандары эҙләүҙе тергеҙеүҙе һорап беҙгә мөрәжәғәт итте. Бөгөн ҡотҡарыусылар кәмәлә Өфө йылғаһына сыҡты. 15 минуттан һуң улар ҡыуаҡтар араһында водолаздың кәүҙәһенә юлыҡты”.

Өфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығы бүлеге етәксеһе Яна Калинина

29 йәшлек Илшат Нурғәлиев Сипайлово биҫтәһендә һыу аҫтында һунар иткән саҡта юғала. Ул Өфө йылғаһына сумған һәм башҡаса сыҡмаған. Ҡотҡарыусылар оҙаҡ ҡына эҙләһә лә, һөҙөмтә булманы. Ирҙең туғандары, ярҙам һорап, ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә. Йылғаны володалаздар ҙа тикшереп сыға. Һыуҙа объекттарҙы эҙләү ҡорамалы һунарсының кәүҙәһен тапҡайны, әммә көслө ағым уны ағыҙып алып китә.

Йылғаның уң ярына сығарылған ирҙең кәүҙәһен тикшереү өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре килде. Шулай уҡ туғандарына психологик ярҙам күрһәтеү өсөн психолог та саҡырылған ине. Балыҡсының һеңлеһе ауыр булһа ла ағаһының кәүҙәһе табылыуына һөйөнөп бөтә алмай. Сөнки өс айҙан ашыу дауамында ошо йылғала йәшәнек, ти Зифа Нурғәлиева.

Туғандары мәрхүмде ҡасан ер ҡуйынына тапшырасағын әлегә хәл итмәгән. Шулай ҙа ерләү хеҙмәте вәкиленең яр буйына полициянан да алдараҡ килеп етеүе аптырауға һала. Шулай уҡ боҙ өҫтөндәге балыҡсылар ҙа хафаландыра. Йылғала һыу күтәрелгән ваҡыт булһа ла улар һаман да яратҡан шөғөлдәренән айырылырға уйламай.

Автор: Илдар Байбулатов.