Һалым инспекцияһы 23 һәм 24 апрель көндәре асыҡ ишектәр көнөн ойоштора. Бындай сара март айында уҙғайны.
Акция сиктәрендә сарала ҡатнашыусы, кемдең килем алыу тураһында мәғлүмәт бирергә тейешлеген һәм уны нисек тапшырырға, тигән һорауға яуап аласаҡ. Шулай уҡ семинарҙа ҡатнашырға, консультация алырға мөмкин буласаҡ.
Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, сарала ҡатнашыусыларға деклация тултырыуҙа һәм "Шәхси кабинетта" теркәлергә ярҙам күрһәтесәктәр. Белешмә өсөн телефон һандары: 88002222222, 2263800.




