Башҡалала хаҡлы ялдағылар араһында иң көслө спортсменды билдәләйәсәктәр

Дим районында оло йәштәгеләр өсөн Спартакиада үтәсәк. Спорт сараһы 28 һәм 29 апрель көндәре ойоштороласаҡ.

Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, сара оло йәштәгеләр араһында сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында ойошторола. Спартакиадала 60 йәшлек һәм унан да өлкәнерәк ир-егеттәр, 55 йәштән үткән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Шул уҡ ваҡытта ҡатнашыусыларҙың разряды- спорт мастерына кандидатлыҡтан юғарыраҡ булырға тейеш түгел.

Ярышҡа ҡатнашыусылар медицина белешмәһе менән индерелә. Спартакиадала йөҙөү, өҫтәл теннисы, атыу, шахмат, еңел атлетика һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса көс һынашасаҡтар.