Өфөлә эскелек арҡаһында килеп тыуған бәхәстә ир кешенең ғүмере өҙөлә

Полицияға 14 апрель көнө үлтереү хаҡында мәғлүмәт ҡабул ителә. Енәйәт эшен ҡылыуҙа ғәйепләнеп, 43 йәшлек ҡатын ҡулға алына.

Башҡортостан Республикаһының Тикшереү комитеты хәбәр итеүенсә, 46 йәшлек иҫерек ир бергә йәшәгән ҡатынды туҡмай башлай. Ҡатын, ирҙе үҙенә яҡын ебәрмәү маҡсатында, ҡулына бысаҡ ала. Ҡатындың был ҡылығын ир кеше, үҙен үлтерергә теләй тип аңлап, йәшәргә арыуы хаҡында хат яҙа. Ҡулға алыныусы һөйләүенсә, ир үҙе ҡатын тотоп торған бысаҡҡа һикергән.

Алынған йәрәхәттән ир кешенең ғүмере өҙөлә. Хоҡуҡ һаҡсыларын ҡатын үҙе саҡыра. Тикшереү эше дауам итә.