Өфөлә 12 йәшлек ҡыҙ алдау юлы менән байыусы ҡатындың ҡорбанына әүерелә. Ҡатын мәктәп уҡыусыһының фатирына килеп, әсәһенә үлем янауы хаҡында хәбәр итә. Ул үҙенең ярҙамын тәҡдим итә.
Ҡатын фатирҙа булған ҡыйбатлы биҙәнеү әйберҙәрен һорай. Ҡото осҡан ҡыҙ һораған әйберҙәрҙе бирә. Алдаҡсы ҡатын алтындарҙан яман сихырҙы сисәм тип, ҡулъяулыҡҡа төрөп, үҙ ритуалын башҡара. Ҡыҙ, ҡатын сығып киткәс кенә, ҡулъяулыҡтың эсен тикшерә. Һөҙөмтәлә, алтындар урынында булмай сыға. Мәктәп уҡыусыһы әсәһенә шылтыратып, хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итәләр.
Иртәгеһенә алдаҡсы ҡатынды ҡулға алалар. Ул Курс өлкәһендә йәшәүсе 40 йәшлек ҡатын була. 350 мең һумға торошло алтындарҙы урлауҙа үҙ ғәйебен таный. Был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.




