Республикала мәктәп уҡыусыһының ҡул сәғәте шартлаған

Нефтекамала мәктәп уҡыусыһының ҡул сәғәте шартлаған. Бәхеткә күрә, уҡыусы зыян күрмәгән.

Ғәҙәттән тыш хәл Нефтекаманың 10-сы һанлы мәктәбендә теркәлә. Уҡыусының рюкзагында ҡул сәғәте шартлай. Һөҙөмтәлә, сумканың тауары иреп төшә.

Уҡыусы зыян күрмәгән. Урындағы хәбәрселәр билдәләүенсә, бындай осраҡ тәүгә теркәлмәй. Нефтекаманың 28-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе менән дә ошондай уҡ хәл булған.

Билдәләргә кәрәк, мобиль аппараттарҙың да шартлауы һирәк түгел. Телефондар кеҫәлә, сумкала йә иһә кеше ҡулында бер ниндәй сәбәпһеҙ янып китә

Уҙған йылда Екатеринбургта 11 йәшлек ҡыҙ гаджеттың шартлауы һөҙөмтәһендә зыян күргәйне. Шулай уҡ ошондай уҡ оҡшаш күренештәр Ҡытайҙа, Пакистанда ла теркәлгән.