«Миәкә һөт заводы» ААЙ-һының элекке баш бухгалтеры һәм кассиры аҡсаны үҙләштереүҙә ғәйепләнәләр. Урланған аҡсаны үҙ иҫәптәренә һәм туғандары иҫәбенә күсергәндәр.
Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, йыл дауамында ғәйепләнеүселәр кассанан ҙур булмаған суммала аҡса күсергәндәр. 2014 йылдан алып 2015 йылға тиклем улар яҡынса 1,2 миллион һум күләмендә аҡса үҙләштергән. Кассала эшләүсе хеҙмәткәр үҙ ғәйебен таный, шулай уҡ енәйәт эшендә етәксеһенең дә ҡатнашлығы барлығын һөйләп бирә.
Ойошманың баш бухгалтеры суд ҡарарына ялыу бирә. Юғары суд хөкөмдө үҙ көсөндә ҡалдыра. Ғәйепләнеүселәр дүрт һәм өс йылға шартлы рәүештә хөкөм ителә.




