"Ҡышҡы сейә" шаңдауы

Республиканың сауҙа- күңел асыу комлекстарында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 8 меңдән ашыу осрағы теркәлгән. Ә 8 үҙәк бөтөнләй рөхсәтһеҙ эшләй. Кемеров ҡалаһындағы фажиғәнән һуң Башҡортостан буйынса ойошторолған рейд һөҙөмтәләре шундай. Был әле тулы картина түгел.

Фото №1 - "Ҡышҡы сейә" шаңдауы

705 сауҙа-күңел асыу комплексының бары яртыһы ғына тикшерелгән. Ведомсто-ара комиссия ултырышында Республика Башлығы белдереүенсә, хаталар, яуапһыҙлыҡ, ҡомһоҙлоҡ өсөн кеше ғүмерҙәре менән түләргә тура килә. "Ҡышҡы сейә" ләге һымаҡ. Башҡортостанда Кемеров фажиғәһе ҡабатланыуы ихтималмы, етешһеҙлектәргә кем юл ҡуя?

Запас ишектәр ҡаралмаған, йә бикле, иҫкәртеү ҡоролмалары ҡуйылмаған, булғаны ла эшләмәй, янғын һүндереү балондары юҡ. Эвакуация юлдары билдәләнмәгән. Ут сыға ҡалһа ҡасып ҡотолормон тимә. Сауҙа күңел асыу комплекстарындағы етешһеҙлектәрҙе һанап бөтөрөрлөк түгел, тикшерелгән 355 үҙәктә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 8 меңдән ашыу осрағы асыҡланған.

Рөстәм Хәмитов: 355 объект ғына тикшерелгән, был дөйөм сумманың яртыһы ғына. Туймазыла, Октябрьскта, Өфө ҡалаһының Калинин районында 4 объект рөхсәтһеҙ эшләп килә. Ишимбайҙа тағы дүртәү.

Рөстәм Хәмитов ҡазаға килтереүсе төп сәбәптәрҙе лә билдәләп үтте. Фажиғә нигеҙендә кешелек факторы ята, тәү сиратта ҡомһоҙлоҡ, яуапһыҙлыҡ кеүек сифаттар. Берҙән, был объекттар төҙөлгәндә үк хәүефһеҙлек системаһында экономия яһала, ә рөхсәт ҡағыҙҙары ришүәт биреп алына. Хеҙмәткәрҙәргә инструктуаж үткәрелмәй, улар ябай ҡағиҙәләрҙе лә белмәй. Кемеров ҡалаһындағы янғында тап персонал тәүгеләрҙән булып сығып ҡаса. Кешеләр үҙҙәре лә ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер түгел, төтөндән һаҡланыу алымын да белеп етмәй. Башҡортостан прокуроры Андрей Назаров әйтеүенсә, ҡанундарға үҙгәреш индереү мотлаҡ. Әле яңы асылғандарын 4 йыл буйы тикшерергә ярамай, йылына 800 миллионға тиклем табыш алған объекттар һуңғы өс йылда тикшереүҙәрҙән азат ителгән, Башҡортостандың бар сауҙа үҙәктәре лә ошо исемлеккә эләгә.

Янғынға ҡағылышлы тағы бер проблема, ҡотҡарыу хеҙмәттәренең йыһазландырыу кимәле насар, тиҙлеге яй. Янғын һүндереүселәр ауыл ерендә 20, ҡалала 10 минутта килеп етергә тейеш. Күп осраҡта был талап үтәлмәй. Әле 30-40 ҡатлы йорттар төҙөлә, ә юғары бейеклектә ут һүндереү техникаһы юҡ тиерлек. Республикала йыл башынан меңдән ашыу янғын теркәлгән, көн һайын яҡынса 10 янғын сыға, утта бер кешенең ғүмере өҙөлөп тора.

Рөстәм Хәмитов: Тикшереүҙәр ваҡытына ғына тәртип урынлаштырып, тынысланырға ярамай. Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге торошон тулыһынса үҙгәртергә кәрәк.

Күп сауҙа үҙәктәре элекке теген, кондитер фабрикалары урынында асыла. Республиканың да үҙ "Ҡышҡы сейә"һе бар. Туймазылағы "Ирәмәл" комплексы проекты буйынса Кемеровтағы һымаҡ. Ул өс йылдан ашыу эшләй, әммә әлегә тиклем рөхсәт ҡағыҙы алынмаған. Ирәмәлдең етәкселәре ултырыштан һуң етешһеҙлектәр төҙөтеләсәк тип вәғәҙәләне.

"Аҡһаҡ ат", "Адмирал" "Ҡышҡы сейә, ике-өс йылға бер илдең сауҙа-күңел асыу комплекстарында янғын сығып кеше ғүмерҙәре ҡыйылып тора. 2011 йылда Өфөлә "Европа" сауҙа үҙәге янды. Шуға күрә бер кем дә миңә ҡағылмаҫ, яҡындарымды юғалтмаҫмын тип әйтә алмай. Республика Башлығы ирекмәндәр отрядын ойоштороу мөмкинлеген дә тәҡдим итте. Сит илдәрҙә был тәжрибә киң ҡулланыла, ә беҙҙең ил өсөн янғын проблемаһы айыруса көнүҙәк.

Сауҙа-күңел асыу комплекстары аҙым һайын. Республикала әле 26 меңгә яҡын сауҙа объекты иҫәпләнә, уларҙың дөйөм майҙаны 100 миллионданквадрат метрҙан ашыу, йәғни Башҡортостанда йәшәгән һәр кешегә 25 квадрат метр тура килә. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сауҙа үҙәктәре аҡса эшләү менән генә мәшғүл, ә кешеләрҙең хәүефһеҙлеге хаҡында бөтөнләй уйламай. Ултырышта билдәләнеүенсә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүселәргә ҡарата ҡәтғи саралар күреләсәк, бизнестың яуаплылығын арттырыу бурысы ла ҡуйылды. Шул уҡ ваҡытта ата-әсәләрҙең үҙҙәренән дә уяулыҡ талап ителә.

Башбат

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ