Былтыр уларҙың һаны 57 булһа, хәҙер иллегә ҡалған. Был турала бөгөн төрлө фирҡә вәкилдәре менән осрашыуҙа республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе белдерҙе.
Хәйҙәр Вәлиев билдәләүенсә, партияларҙың күбеһе үҙҙәренең әүҙемлеге менән әллә ни маҡтана алмай. Осрашыуҙа фирҡәләрҙең һуңғы биш йыл эсендә төрлө һайлау кампанияларында ҡатнашыуына етди анализ яһалды. 2013 йылда Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға үткән һайлауҙа 19 төбәк бүлексеһе үҙ кандидаттарын күрһәткән. Һөҙөмтәлә 6 фирҡә вәкилдәре депутат мандаттарына лайыҡ булды. Быйыл көҙ республика парламентына сираттағы һайлау уҙасаҡ. Шуға ла сәйәси партияларҙан әүҙемлек талап ителә, тиелде осрашыуҙа.




