Иғтибар, сысҡан биҙгәге!

Башҡортостанда йыл башынан 116 кеше бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән ауырыған. Былтыр инфекцияны бөтәһе 1300 кеше йоҡторған, ике кеше һәләк булған.

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа сирләүселәр кәмеүе күҙәтелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцина юҡ һәм профилактика сараһын һәр кем үҙе хәстәрләргә тейеш. Яҙ етеү менән баҡсасылар миҙгеле башлана. Баҡсалағы өйҙө тәүҙә елләтергә, таҙартырға кәңәш ителә. Иң мөһиме, был яҙғы эштәрҙе медицина битлеге һәм күҙлек кейеп эшләргә кәрәк. Сөнки инфекция туҙанда һаҡлана һәм уны йотоу хәүефе бар.

Сирләүселәрҙең дүрттән өс өлөшө ир-егеттәр. Уның билдәләре киҙеүҙекенә оҡшаш һәм күптәр ошо арҡала медицина учреждениеһына һуң мөрәжәғәт итә. Ваҡытында дауаланыу ауырыуҙы еңелерәк үткәреп, кире эҙемтәләрҙән арынырға булышлыҡ итә. Дауаламағанда йоғошло сир бөйөрҙәрҙе эшлектән сығара. Шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү ҙә сирҙән һаҡланыу сараһы булып тора. Ә дәүләт ҡаҙнаһынан ошо маҡсатта аҡса бүленә һәм инфекция күпләп осраған төбәктәрҙә санитар эшкәртеү үткәрелә.

“Быйыл республика буйынса сысҡан биҙгәгенә ҡаршы 50 мең гектар ерҙә санитар эшкәртеү ойошторола. Уның яртыһы Өфө һәм уның эргәһендәге райондар. Сөнки сир йышыраҡ баш ҡала һәм уға яҡын райондарҙа теркәлә. Вирустың күберәк таралыуы ғәҙәттә, йәй аҙағы һәм көҙ башына тура килә”.

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең бүлек етәксеһе Олег Мәүлетов

Автор: Рәмилә Исмәғилева.