Әле 6 мең ҡаҙға иҫәпләнгән фермала ҡыҙған мәл, хеҙмәткәрҙәрҙең бурысы яңы сыҡҡан себештәрҙе эш итеү. Ҡаҙсылыҡ фермаһында миҙгел һайын бер инә ҡаҙ уртаса 30 йомортҡа һала.
Әле йыл башынан инкубаторҙан дүртенсе партия себештәр сығарыла. Бәпкәләрҙе махсус бүлмәләрҙә ҡарайҙар. Хужалыҡтың баш зоотехнигы әйтеүенсә, бөгөн күмәртәләп һатып алыусылар килә башлаған, тәүге себештәрҙе күберәк ҙур хужалыҡтар, фермерҙар, ә көндәр йылыта төшкәс ауыл халҡы ала. Быйыл ҡошсолоҡ фермаһы ҡаҙ бәпкәләрен үҫтереп, көҙгөһөн ит итеп һатырға иҫәп тота.
Ҡошсолоҡ тармағын үҫтереү маҡсатында хужалыҡта төрлө программалар эшләй. Мәҫәлән, теләге булған һәр кемгә аҫрауға бушлай ҡош-ҡорт бирелә. 100 ҡаҙ бәпкәһен 4-5 ай ҡарағандан һуң, көҙгөһөн уларҙың ни бары егерме бишен фермаға ҡайтарырға кәрәк буласаҡ. Хужалыҡ себеште көҙ һанайбыҙ, тигән девиз буйынса эшләй. Ҡаҙ үрсетеү менән бер рәттән "Тәүәкән" ауыл хужалығы малсылыҡ, игенселек, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ тармағы менән дә шөғөлләнә.




