Республика халыҡ ижады үҙәге филиалында эшләп килгән ижади төркөм тиҙҙән йыйылыр урын булмаясаҡ тип хафалана. Ҡырҡ йылдан ашыу тарихы булған коллектив ағзалары күреү мөмкинлеге сикләнгән инвалидтар.
Етәксе менән мәҙәниәт усағына йөрөүселәр араһында һөйләшеү асыҡтан-асыҡ үтһен өсөн, күрәһең, беҙҙең килеү генә етмәгән. Өфөнөң Республика халыҡ ижады үҙәгенең филиалы бинаһында эшләп килгән ижади түңәрәктәргә йөрөүселәр һуңғы ваҡытта үҙҙәренә булған ҡараш менән килешмәй. Уларҙың күбеһе тыумыштан һуҡыр, әммә һалҡын мөнәсәбәтте күңел менән тоябыҙ тип аңлата "Күңел күҙе" халыҡ театры ағзалары.
2018 йылдың көҙөнән бында инвалидтар йөрөмәйәсәк, тигән һүҙ сыҡты, тип өҫтәй Күңел күҙе" халыҡ театрында шөғөлләнеүсе Гөлзифа Ишемғолова.
Мәҙәниәт усағындағы ижади төркөмдәргә күбеһенсә өлкәндәр йөрөй. Йәштәр ҙә бар. Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Алина Әхмәтшина бында бишенсе йыл шөғөлләнә. Ул күрмәй, әммә был кәмселек тулы ҡанлы тормош алып барырға ҡамасаулай алмай. Уҡыуҙан һуң үҙе кеүек тормошҡа күңел күҙе менән бағыусылар менән аралашыуҙан ул йәм таба.
Өфөләге инвалидтар ижады йорто күптән инде Республика халыҡ ижады үҙәгенә ҡарай. Әле бинала ремонт бара, физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн шарттар тыуҙырыла, ти етәкселек.
Үҙәктә 17 ижади төркөм эшләп килә. Физик мөмкинлеге сикләнгән, әммә ижади һәләттәре сикләнмәгән алтмыштан ашыу кеше сәхнәлә йырлау, бер -береһе менән күрешеү аралашыу өсөн йыйыла . Был үҙенсә бер реабилитация сараһы. Бер юлы алты- ете түңәрәктә шөғөлләнеүселәр ҙә бар.




