Башҡорт дәүләт университетында 21 апрелдә башҡорт теленән төбәк диктант уҙа

Дүртенсе йыл рәттән ойошторолған сараға теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Акцияла ҡатнашыу өсөн алдан теркәлеү талап ителмәй, шулай уҡ исем-шәрифтәрҙе күрһәтеү ҙә мотлаҡ түгел.

Фото №1 - Башҡорт дәүләт университетында 21 апрелдә башҡорт теленән төбәк диктант уҙа

Юғары уҡыу йортонда әле күләмле сараға етди әҙерлек бара. Быйыл диктанттың тексы Мәрйәм Бураҡаеваның "Арғымаҡ" әҫәренән алынған. Тексты Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов уҡый.

Диктантты шулай уҡ онлайн режимда яҙырға мөмкин. Бының өсөн Башҡорт дәүләт университетының сайтына инергә кәрәк буласаҡ. Республика район-ҡалалары һәм күрше төбәктәр өсөн видеояҙма алдан яҙыла. Уны акцияла ҡатнашыусыларға бер көн алдан һорап алырға кәңәш ителә. Яҙма эш иртәнге сәғәт 10-да башлана. Башҡорт телен белеү буйынса белемен республика район-ҡалаларынан тыш, Мәскәү ҡалаһы, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә йәшәүселәр ҙә тикшереп ҡарарға теләк белдергән.

“Йылдағыса, диктан яҙыу Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында ғына түгел, уның төрлө ҡалаларҙағы филиалдарында ла ойоштороласаҡ. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл беҙ ойоштороусыларға бер көн алдан видеояҙма ебәрәсәкбеҙ. Теләгән һәр кем видео менән тексты алып, диктан яҙыуҙы үҙендә ойоштора ала”.

БДУ-ның шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире Гөлфирә Абдуллина

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ