"Беренсе республика" тип аталған картинаның режиссеры Булат Йосопов. Нәфис фильмда тарихи персонаждарҙы кемдәр уйнауы билдәле. Тәүге съемкалар 24 майға тәғәйенләнгән.
Әлеге ваҡытта икенсе пландағы ролдәргә кастинг үткәреү күҙаллана. Режиссер әйтеүенсә, тарихи кино тулы метражлы булмаҡсы, ул яҡынса ике сәғәткә иҫәпләнгән.
Съемкалар башлыса Өфөлә уҙа, республика район-ҡалаларына сығыу ҙа ҡарала. Проект авторҙары фильмдағы тарихи персонаждар аша республиканы ойоштороуға күп көс һалған шәхестәр исемен, уларҙың эшмәкәрлеген асырға уйлай.
Режиссер Булат Йосопов әйтеүенсә, тарихи герой - "Башҡортостан" гәзитенең тәүге баш мөхәрирҙәренең береһе булған, һуңынан репрессияланған Ҡасим Аҙнабаев аша күрһәтелә. Ролде әле Мәскәүҙә йәшәгән актер һәм каскадер Роберт Йылҡыбаев башҡарасаҡ.
Фильмда шулай уҡ Вәлиулла Мортазин-Иманский, Мәкәрим Мәһәҙиев, Зәйтүнә Бикбулатова, Һәҙиә Дәүләтшина һәм башҡа тарихи образдар күрһәтелә. Кинотаҫманы Башҡортостандың 100 йыллығында тамашасы хөкөмөнә сығарыу ҡаралған. Проект өсөн республика бюджетынан 9 миллион һум аҡса бүленә.




