Өфө "Тере еңеү" тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Уның сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына ҡараған архив фотоһүрәттәр тергеҙелә. Проектҡа ҡушылыр өсөн ғаилә альбомынан бер нисә фото һайлап алырға кәрәк. Артабан гармошка фотоаппараты ярҙамында уларҙың теүәл күсермәһе төшөрөләсәк.
Ойоштороусылар фотоһүрәттәге реквизиттарҙы үҙҙәре таба, кейем, йыһаз өсөн борсолорға кәрәкмәй. Стилистар геройҙарҙы 40-сы йылдарға тура килтереп биҙәндерә. Һәр кем фотоһүрәткә таянып, һуғыш йылдарында йәшәгән яҡын кешеһен кәүҙәләндерә ала.
Проект һуңында фотоальбом әҙерләнә. Уларҙы "Рәсәй - минең тарихым" паркында апрель аҙағында күрергә мөмкин.




