Йылдағыса төбәктә йәшәүселәр эш ҡоралдары тотоп, өмәгә сыҡты. Акцияға тәүгеләрҙән булып бюджет учреждениелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ҡушылды.
Ике меңдән ашыу кеше төп майҙансыҡты, Ленин урамын, тротуарҙарҙы сүп-сарҙан таҙартты. Өмәгә 43 берәмек техника йәлеп ителгән, 80 тонна сүп-сар өйөмө сығарылған.




