Һәр мәктәпкә 100 мегабит

Республика мәктәптәренең 95 проценты яңы уҡыу йылына юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителәсәк. Әле Башҡортостанда ике йөҙҙән ашыу мәктәп интернетҡа бөтөнләй тоташтырылмаған. Йыл аҙағына тиклем барлыҡ белем усаҡтарын да заман коммуникациялары менән йыһазландырыу ҡаралған.

Фото №1 - Һәр мәктәпкә 100 мегабит

Был эштәр Рәсәйҙә дөйөм белем биреү учреждениеларын интернетҡа тоташтырыу проектына ярашлы башҡарыла. Бөгөн Хөкүмәт президиумы ултырышында Башҡортостанда ғәмәлгә ашырыласаҡ эштәр барланды.

Үрге Тәтешленең 1-се мәктәбендә математика дәресе. Белем усағы Рәсәйҙең "200 иң яҡшы ауыл мәктәбе" исемлегендә. Мәғариф учреждениеһы профилле белем биреүҙе өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп алған. Интернет,башҡа электрон мөмкинлектәр бында киң ҡулланыла.

“Интерактив технологияларҙы актив ҡулланабыҙ, өҫтәлмә күнекмәләр өҫтөндә эшләйбеҙ. Беҙҙең уҡыусылар физика һәм математиканан имтихандарҙы уңышлы тапшырып юғары уҡыу йорттарына инәләр”.

Үрге Тәтешленең 1-се мәктәбе математика уҡытыусыһы Регина Шәмсетдинова

Бындай уңайлыҡтар менән республиканың һәр мәктәбе лә маҡтана алмай. Республикалағы 1954 мәктәптең ике йөҙҙән ашыуында интернет бөтөнләй юҡ. Был иһә электрон белем биреү системаһын үҫтереү эшен күпкә тотҡарлай. Ә бит виртуаль мөмкинлектәр көн талабы. Хатта, көндәлек тә хәҙер электрон форматта булыуы мотлаҡ. Күп кенә белем усаҡтарында интернет тиҙлеге заманса талаптарға яуап бирмәй.

“721 мәктәп 2 мегабит тиҙлегендәге интернет менән фаҙалана, 519 мәктәптә интернет тиҙлеге 10 мегабитҡа тиклем, 494 белем усағы юғары тиҙлектә интернет гиҙә. Был статистика инфраструктураның етешһеҙлектәрен һәм электрон белем биреү алдында торған бурыстарҙың тулыһынса үтәлмәүен күрһәтә”.

Башҡортостандың мәғлүмәтләштереү һәм "Асыҡ республика" системаһы эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Рәсүл Тайыпов

Проект республиканың барлыҡ мәктәптәренә лә секундына йөҙ мегабитлы интернет үткәреүҙе күҙ уңында тота. Хөкүмәт президиумы ултырышында был уңайлыҡтарҙы башҡа йүнәлештә лә файҙаланыу мөмкинлеге ҡаралды. Белгестәр әйтеүенсә, оптик сүс кабелдәрен башҡа маҡсаттарҙа ла ҡулланырға була.

“Телефондарҙы ла шул каналдарға күсерәсәкбеҙ. Шулай уҡ бер аҙналыҡ хәтере булған дүрт видеокамера ла ҡуясаҡбыҙ”.

"Башинформсвязь" йәмғиәте генераль директоры Марат Долгоаршинных
Башбат

Интернет кабелдәрен төрлө маҡсаттарҙа ҡулланыу мәғариф учреждениеларына сығымдарҙы экономиялау мөмкинлеге лә бирәсәк. Программаға ярашлы, 1 сентябргә тиклем 1800 мәктәп юғары тиҙлекле селтәргә тоташтырылырға тейеш. Йыл аҙағына коммуникациялар менән барлыҡ белем усаҡтары ла тәьмин ителәсәк.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ